Беҙ баҫабыҙ башҡортса!

13.12.2021

Беҙҙең мәктәптә Аҡмулла көндәре дауам итә. 10 декабрь көнө уҡыусылар башҡорт теленән этноквизда ҡатнаштылар, шөкөр итә белеү, рәхмәтле булыу тураһында фекер алыштылар, ә башланғыс класс уҡыусылары "Беҙ баҫабыҙ башҡортса" исемле дискотекала 9а класс уҡыусыһы Шафиҡова Аделина әҙерләгән мастер класта ҡатнашты. Малайҙар һәм ҡыҙҙар башҡорт бейеүе элементтары менән таныштылар, Аделинаға үҙҙәренең һорауҙарын бирҙеләр, рәхәтләнеп бейеп күңел астылар. Ә дискотеканы "Беҙ баҫабыҙ башҡортса!" девизы менән тамамланылар. Бик күңелле булды! 

Share
Создайте свой сайт бесплатно! Этот сайт сделан с помощью «Webnode». Создайте свой собственный сайт бесплатно уже сегодня! Начать